Слайд 2Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар

осорам.
Слайд 3Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.

Слайд 4Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел - дауылдар үтер торнаны.

Слайд 5Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә
Оҙаҡ – оҙаҡ саҡыра торғанын.

Слайд 6Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

Слайд 7Көткәндәргә - аҡ күгәрсен килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

Слайд 8Хыялыйҙар , сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Слайд 9Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.
