Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында

Содержание

Слайд 2

Оло олатайым Ибраһимов Әмир Ғызметдин улы

75 йыл элек илебеҙгә
Еңеү алып

Оло олатайым Ибраһимов Әмир Ғызметдин улы 75 йыл элек илебеҙгә Еңеү алып
килгән яҙ айы!
Еңеү яулаусылар араһында
Булған бит ул минең олатайым.
Бәхетле киләсәк бүләк итеп
Киткәндәр бит бөтә олатайҙар
Һеҙ мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә
Үтеп торһалар ҙа йөҙ майҙар.
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, олатайҙар!
Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, өләсәйҙәр!
Рәйфә Әминева-Ибраһимова)

Слайд 3

Олатайымдың тормош юлы

Йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамын тулҡынланып көтөп алам мин.

Олатайымдың тормош юлы Йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамын тулҡынланып көтөп алам мин.
“Ни өсөн?”-тиһегеҙме, сөнки Үлемһеҙ полкта мин оло олатайымдың фотоһын күтәреп үтәсәкмен. Үҙемдә шундай ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм мин ошо саҡта. Шулай булмай ни, мин бит Бөйөк һуғыш ветераны, районда ғына түгел республикала күренекле кеше- Ибраһимов Әмир Ғызметдин улының бүләсәре.
Ибраһимов Әмир Ғызметдин улы 1914 йылдың 15 апрелендә Бикташ тигән ауылда (хәҙер ул юҡ) донъяға килгән. Бала сағы, үҫмер ваҡыты бик аяныслы үткән. Өс йәшенән үк үкһеҙ етем ҡалған, үҙе һәм туғандары, атаһының бер туған ҡустыһы Ғылметдин ҡулында ҡалған. Үҫмер генә сағынан тормоштоң әсеһен – сөсөһөн татып үҫкән ул. Оло олатай өйрәткән солоҡсолоҡ һөнәрен үҙләштергән. Һуғышҡа киткәнгә тиклем генә лә әллә күпме солоҡ умартаһы әҙерләп өлгөрә ул. Малай ғына булыуына ҡарамаҫтан, 21-се йылғы аслыҡ та ныҡ хәтерендә ҡалған оло олатайымдың. Бик иртә төрлө урындарҙа эшләгән, бер-нисә тапҡыр курстарҙа уҡып ҡайтҡан. Армияға алынғанда райпола плановик-бухгалтер булып эшләгән булған.
Армияға ул 1940 йылдың июнендә алынған. Бер йыллыҡ хәрби курста уҡып, сержант званиеһы менән һуғышҡа ингән.

Слайд 4

“Беҙҙе Литваның Германия менән сиктәш Таураги ҡалаһына килтерҙеләр. Часть формировать ителмәгән ине

“Беҙҙе Литваның Германия менән сиктәш Таураги ҡалаһына килтерҙеләр. Часть формировать ителмәгән ине
әле. Граница (сик) беҙҙән бер саҡырым самаһы ғына ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә, 20 июнь көнө ине, беҙ, 30-лаған кесе командирҙар, йылғаға һыу инергә төштөк. Күпер аша беҙҙең яҡҡа немец ҡыҙҙары ла сыҡты.
Беҙ уларға русса:
-Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән һыу инергә, -тибеҙ.
“Иртәгә инербеҙ”, - тип шаярталар. Ә ул шаяртыу булып сыҡмай. 21 июнь көнө иртәнге сәғәт 4-әр тирәһендә беҙҙең казармаға орудиенан ут астылар. Оҙаҡ та үтмәй, һауанан бомбалар яуа башланы. Ә беҙҙең самолеттар осорға өлгөрмәне, сөнки приказ бирелмәгәйне. Бына шулай ҡаршыланым мин һуғыштың тәүге көндәрен”,- тип һөйләгән әсәйемә оло олатайым.

Слайд 5

“Һуғышта үлем һәр ваҡыт эргәлә генә йөрөй. Берҙән, үлемдең беренсе сәбәбе –

“Һуғышта үлем һәр ваҡыт эргәлә генә йөрөй. Берҙән, үлемдең беренсе сәбәбе –
дошман ҡоралы ғына түгел, ә икенсе сәбәбе - аслыҡ нығыраҡ борсой ине. Блокада һөҙөмтәһендә Ленинград халҡы күргән аслыҡты беҙгә лә күрергә тура килде. Ленинград халҡына көндәлек икмәк нормаһы 125 грамм, ә беҙгә 500 грамм. Ләкин ул көн һайын уҡ булмай ҙа ҡуя, юлда һәләкәткә осрай. Өйрә лә шыйыҡ ҡына, бутҡа ла самалы, ҡорһаҡ һәр ваҡыт бушыраҡ. Асҡа үлмәҫ өсөн 1942 йыл яҙ көнө ҡаҙылмай ҡалған картуфты, ҡар аҫтынан күренгән ат үләкһәләрен дә ашамлыҡ итеп файҙаланырға тура килде. Баштараҡ беҙ биләгән Терентьевка ауылы эргәһендә бесәйҙәр күренештерә ине, аҙаҡ улары ла юҡ булды. Аллам һаҡлаһын, бындай хәлде дошманым да (әгәр булһа)күрмәһен ине”,- тигән яҙыуҙарын уҡығанда күҙҙәргә йәштәр төйөлдө.

Слайд 6

Ватан һуғышы башланған көндән алып аҙағынаса һуғыштың иң ауыр участкаларының береһендә –

Ватан һуғышы башланған көндән алып аҙағынаса һуғыштың иң ауыр участкаларының береһендә –
Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан. Орониебаум плацдарымында Бөрйәндән ҡатнашыусы берҙән-бер кеше булған ул. Бер-нисә тапҡыр ҡаты яраланған. Бик оҙаҡ Ленинград, унан Иркутскиҙа госпиталдә дауаланырға тура килә уға.
“Бөтә донъяны ҡалтыратҡан, күп илдәрҙе баҫып алған фашистик Германияны еңеүебеҙҙең иң көслө ҡоралы булып, илебеҙ СССР халыҡтарының берҙәмлеге, татыулығы, үҙ иленә тоғролоғо, киләсәк быуын бәхете өсөн бөтә көсөн, ҡанын, йәнен бирергә әҙер булыуында тора. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, балалар, Еңеү еңел бирелмәне беҙгә!”,- тип һөйләгән булған әсәйемә олатайым иҫән сағында.

Слайд 7

Тыуған яҡтарына 1945-се йылдың ноябрь айында әйләнеп ҡайтҡан. Ҡайтҡас та, уҡытыусы булып

Тыуған яҡтарына 1945-се йылдың ноябрь айында әйләнеп ҡайтҡан. Ҡайтҡас та, уҡытыусы булып
эшләүсе оло өләсәйем Әхмәҙуллина Рабиға Зариф ҡыҙы менән ғүмер юлдарын бәйләгәндәр. 6 балаға ғүмер бүләк иткән улар. Улар: Дамир олатай, Рәйсә һәм Рәйфә өләсәйем, Таһир, Юнир, Айрат бабайҙарым.
Оло өләсәйем изге күңелле, тыныс, оло йөрәкле кеше булған. Ул телде йоторлоҡ тәмле бешергән. Уларҙың өйөнән бер ҡасан да кеше өҙөлмәгән. Артабан яҙмамды өләсәйем - Рәйфә Әминева (Ибраһимова) яҙған шиғырҙан юлдары менән дауам иткем килә.

Слайд 8

Һуғыш яланынан кәм булмаған
Әсәйҙәр ҙә күпте күргәндәр.
Аслыҡ, михнәт ауырлыҡтар аша
Еңеүгә ҙур өлөш

Һуғыш яланынан кәм булмаған Әсәйҙәр ҙә күпте күргәндәр. Аслыҡ, михнәт ауырлыҡтар аша
индергәндәр.
Һуғыш бөткәс яраң төҙәлмәйсә
Тыуған яҡҡа атай ҡайтҡанһың
Ҡайтыу менән ал-ял белмәйенсә
Бар көсөңдө эшкә һалғанһың.
“Колхозым”,-тип эшкә тотонғанһың
Һыҙлаһа һинең яралар
Ветерандар хеҙмәт сафында ла
Бары һалдат булып ҡалалар.
Әсәй,атай! Алты балағыҙға,
Ғүмер бүләк итеп киттегеҙ.
Намыҫлы йәшәйбеҙ һеҙҙең кеүек
Һис ҡыҙармаҫ ине битегеҙ.

Слайд 9

Әмир олатай умарталары янында.

Әмир олатай умарталары янында.

Слайд 10

Әмир олатайҙың фронттан яҙған хаттары

Әмир олатайҙың фронттан яҙған хаттары

Слайд 11

Әмир олатай һәм Рабиға өләсәй балалары менән (1953-1954 йыл)

Әмир олатай һәм Рабиға өләсәй балалары менән (1953-1954 йыл)

Слайд 12

Әмир олатай һәм Рабиға өләсәй балалары менән (1979 йыл)

Әмир олатай һәм Рабиға өләсәй балалары менән (1979 йыл)

Слайд 13

Бергә сәй янына йыйылғандар.

Бергә сәй янына йыйылғандар.

Слайд 14

Ауылдың ветеран олатайҙары (1970 йыл)

Ауылдың ветеран олатайҙары (1970 йыл)

Слайд 16

Әмир олатайҙың альбомынан алынған фотолар...

Әмир олатайҙың альбомынан алынған фотолар...

Слайд 17

Вазифалы, етәксе урындарҙа эшләгән минең оло олатайым. Уның намыҫлы хеҙмәте хөкүмәт тарафынан

Вазифалы, етәксе урындарҙа эшләгән минең оло олатайым. Уның намыҫлы хеҙмәте хөкүмәт тарафынан
юғары баһаланған. Олатайымдың 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, тиҫтәгә яҡын миҙалдары, 15-тән ашыу юбилей миҙалдары бик күп. Почет грамоталары уның намыҫлы хеҙмәтенә оло баһа булып тора. Ул тәүгеләрҙән булып райондың Дан почет кенәгәһенә индерелгән.

Слайд 18

Олатайҙың орден-миҙалдары

Олатайҙың орден-миҙалдары

Слайд 19

Олатайҙың миҙалдары

Олатайҙың миҙалдары

Слайд 20

Әмир олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре.

Әмир олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре.

Слайд 21

Әмир олатай ултыртҡан ағас эргәһендә

Әмир олатай ултыртҡан ағас эргәһендә
Имя файла: Бөйөк-Ватан-һуғышы-минең-ғаиләм-тарихында.pptx
Количество просмотров: 36
Количество скачиваний: 0