Бөйөк Ватан һуғышы ғаиләм тарихында

Содержание

Слайд 2

 

Етәксеһе:
Кульбердина Әлфиә Нуретдин ҡыҙы,
тарих уҡытыусыһы

2020 ЙЫЛ.

Бөрйән районы, Килдеғол ауыл

Етәксеһе: Кульбердина Әлфиә Нуретдин ҡыҙы, тарих уҡытыусыһы 2020 ЙЫЛ. Бөрйән районы, Килдеғол
китапханаһы
«Бөйөк Ватан һуғышы
ғаиләм тарихында»
конкурсына

Слайд 3

Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең ауылдан 42 кеше ҡатнаша. Уларҙың 17-һе яу ҡырында

Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең ауылдан 42 кеше ҡатнаша. Уларҙың 17-һе яу ҡырында
башын һала. Яугирҙарҙан Көмөшбаев Шәһит “Ҡыҙыл Байраҡ”, 1-се «Ватан һуғышы», Искужин Абдулла “Ҡыҙыл Йондоҙ”, Искужин Муса III дәрәжә Дан ордены менән наградланған.
Һуғыштан әйләнеп ҡайтыусылар ҙа, үкенескә күрә, бөгөн иҫән түгел. Иң һуңғы яугир Көмөшбаев Шәһит Исмәғил улы – минең ҡарт олатайым, олатайымдың атаһы.

Слайд 4

Гвардия өлкән сержанты
Көмөшбаев Шәһит Исмәғил улы

Гвардия өлкән сержанты Көмөшбаев Шәһит Исмәғил улы

Слайд 5

ТЫУҒАН АУЫЛЫ - КИЛДЕҒОЛ

ТЫУҒАН АУЫЛЫ - КИЛДЕҒОЛ

Слайд 6

КӨМӨШБАЙ
ӘХМӘТЙӘН
СӘФИУЛЛА
ШӘҺИТ

Мөхәммәт

шәжәрәһе

Дилфүзә

Физәлиә

КӨМӨШБАЙ ӘХМӘТЙӘН СӘФИУЛЛА ШӘҺИТ Мөхәммәт шәжәрәһе Дилфүзә Физәлиә

Слайд 7

МӘКТӘП МУЗЕЙЫНДА

МӘКТӘП МУЗЕЙЫНДА

Слайд 8

Көмөшбаев Шәһит Исмәғил улы 1914 йылда Бөрйән районы Килдеғол ауылында тыуған. Бөйөк

Көмөшбаев Шәһит Исмәғил улы 1914 йылда Бөрйән районы Килдеғол ауылында тыуған. Бөйөк
Ватан һуғышы башланғанда Белорет районында эштә була һәм һуғыштың тәүге көндәренән үк, ауылына ҡайтып та тормай, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Гвардия өлкән сержанты Шәһит Исмәғил улы 246-сы уҡсы дивизияның 914-се полкында отделение командиры була. Төнъяҡ-көнбайыш,1-се Балтик буйы, 1-се Украина, 4-се Украина фронттары составында һуғыштарҙа ҡатнаша. 4 мәртәбә яралана. Һуңғы яраны Латвияла ала. Был яранан бик оҙаҡ госпиталдә ятырға тура килә.

Слайд 9

Шәбәйгәс тағы ла фронтҡа китә. Һуғыштан ҡайтҡас өйләнә. Олатайым өйләнгәс, тәүҙә Ҡотан,

Шәбәйгәс тағы ла фронтҡа китә. Һуғыштан ҡайтҡас өйләнә. Олатайым өйләнгәс, тәүҙә Ҡотан,
Мәндәғолда колхоз рәйесе, парторг булып эшләй. Һуңынан ауылға ҡайта ла колхозға эшкә төшә. Өләсәйем һатыусы эшенә тотона һәм пенсияға сыҡҡансы һатыусы булып эшләй. Өләсәйемдең һөйләүе буйынса, яралары, бигерәк тә аяғы һыҙлап ыҙалатыр булған, маңлайын ҡаш буйлап һыҙып үткән пуля эҙенән ҡаштары ялбырлап үҫеп китер булған, илай-көлә уларҙы ҡырҡып алыр булған. Уның һыҙланыуҙарын өләсәйемдән, балаларынан башҡа берәү ҙә белмәгәндер, моғайын.Һыр бирергә яратмаған ул,.

Слайд 10

ТОРМОШ ИПТӘШЕ
ХӘНИФӘ ҒӨБӘЙТ ҠЫҘЫ МЕНӘН

ТОРМОШ ИПТӘШЕ ХӘНИФӘ ҒӨБӘЙТ ҠЫҘЫ МЕНӘН

Слайд 11

Өләсәйем менән 34 йыл бик матур, һоҡланғыс ғүмер кисерәләр. 1980 йылда бик

Өләсәйем менән 34 йыл бик матур, һоҡланғыс ғүмер кисерәләр. 1980 йылда бик
иртә, 66 йәшендә генә был донъянан китеп бара ул, 3 ейәнен, 1 ейәнсәрен генә күреп өлгөрә. Ә хәҙер, Аллаға шөкөр, олатайым менән өләсәйемдең 22 ейән-ейәнсәре, 60 бүлә-бүләсәре бар. Һәр береһе был тормошта үҙ урынын тапҡан

Слайд 12

Шәһит Исмәғил улы тураһында мәғлүмәт эҙләп олатайыма ла, олатайымдың һеңлеһе Зәйтүнә инәйемә

Шәһит Исмәғил улы тураһында мәғлүмәт эҙләп олатайыма ла, олатайымдың һеңлеһе Зәйтүнә инәйемә
лә, өләсәйемә лә, интернетҡа ла мөрәжәғәт иттем. Зәйтүнә инәйемдең төрлө йылдарҙа “Таң” гәзитендә баҫылған мәҡәләләре һаҡлана. Ундағы мәғлүмәттәр буйынса, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, Шәһит Исмәғил улы 1-се дәрәжә «Ватан һуғышы», «Ҡыҙыл йондоҙ» ордендары, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә

Слайд 13

Олатайым Сәфиуллин Мөхәммәт Шәһит улынан һорашам

Олатайым Сәфиуллин Мөхәммәт Шәһит улынан һорашам

Слайд 14

Ике китап авторы
Айытбаева Зәйтүнә Шәһит ҡыҙы

Ике китап авторы Айытбаева Зәйтүнә Шәһит ҡыҙы

Слайд 15

«ТАҢ» ГӘЗИТЕНДӘ СЫҠҠАН МӘҠӘЛӘ

«ТАҢ» ГӘЗИТЕНДӘ СЫҠҠАН МӘҠӘЛӘ

Слайд 17

Һуңғы ҙур наградаға – «Ҡыҙыл байраҡ» орденына һуғыш аҙағында тәҡдим ителә. 1945

Һуңғы ҙур наградаға – «Ҡыҙыл байраҡ» орденына һуғыш аҙағында тәҡдим ителә. 1945
йылдың 6-сы июнендәге бойороҡ менән (пр.№0164/4) менән личный составынан 14 кеше ошо юғары наградаға эйә булып, ул исемлектә олатайым да була.
Гвардия өлкән сержанты Шәһит Көмөшбаев тыуған ауылы Килдеғолға 1945 йылдың декабрь аҙағында ғына ҡайтып төшә. 2 йыл үткәс кенә ҙур бүләк – награда - «Ҡыҙыл байраҡ» ордены уны эҙләп таба.
- Орденды алғас олатайың иланы, - тип һөйләй өләсәйем, - шул тамуҡтан иҫән ҡайттым бит, ә күпме кеше ятып ҡалды, был орденда уларҙың да өлөшө бар тей ул.
Был турала мәғлүмәт интернетта ла бар. “Халыҡ хәтере “ тигән сайтта таптым ул мәғлүмәтте:

Слайд 18

Фамилия, имя, отчество: Шагит Исмагилович Кумушбаев
Дата рождения военнослужащего: __.__.1914
Время поступления на службу: __.07.1941
Место призыва: Белорецкий РВК,

Фамилия, имя, отчество: Шагит Исмагилович Кумушбаев Дата рождения военнослужащего: __.__.1914 Время поступления
Башкирская АССР, Белорецкий р-н
Воинское звание на момент награждения: гв. ст. сержант
Место службы: 914 сп 246 сд
Награда
Чем награждён: Орден Красного Знамени
Дата представления к награде: 
Дата совершения подвига: 

Слайд 19

Зәйтүнә инәйемдә
һаҡланған документ

Зәйтүнә инәйемдә һаҡланған документ

Слайд 21

Архивный источник
Реквизиты документа: ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 2599.

Архивный источник Реквизиты документа: ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 2599.

Слайд 22

Һуғыш ветеранына тиңләштерелгән
тыл ветенаны – ҡарт өләсәйем
Хәлитова Хәнифә Ғөбәйт ҡыҙы

Һуғыш ветеранына тиңләштерелгән тыл ветенаны – ҡарт өләсәйем Хәлитова Хәнифә Ғөбәйт ҡыҙы

Слайд 23

Олатайым менән ҡарт өләсәйем

Олатайым менән ҡарт өләсәйем

Слайд 24

Хәнифә өләсәйемдең йәш сағы

Хәнифә өләсәйемдең йәш сағы

Слайд 25

Ябай байрам түгел Еңеү көнө...
Күңел тула ошо көн етһә –
Ҡан ҡойоуҙар, юғалтыуҙар

Ябай байрам түгел Еңеү көнө... Күңел тула ошо көн етһә – Ҡан
аша
Ҙур дан алып килгән ул илгә.
(З. Айытбаева)
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыл тулыуы айҡанлы тапшырылған миҙал менән өләсәйем

Слайд 26

08.06.2020.
...Ташлап киттең беҙҙе...
Оҙаттыҡ өләсәйемде мәңгелек йортона... Урыны ожмах түрендә, ауыр тупрағы еңел,

08.06.2020. ...Ташлап киттең беҙҙе... Оҙаттыҡ өләсәйемде мәңгелек йортона... Урыны ожмах түрендә, ауыр
ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ҡалғандарыбыҙға Хоҙай түҙемлек, сабырлыҡ, һаулыҡ бирһен. Тыныс йоҡла, өләсәйем, үҙеңдең мәңгелек йортоңда.

Слайд 27

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

ПАПКА «ЯУГИР - АУЫЛДАШТАР»
«ТАҢ» ГӘЗИТЕ 2012 ЙЫЛ №131 (9459)
«ТАҢ» ГӘЗИТЕ 2015

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ПАПКА «ЯУГИР - АУЫЛДАШТАР» «ТАҢ» ГӘЗИТЕ 2012 ЙЫЛ №131 (9459)
ЙЫЛ №106-107 (9884-9885)
«ТЫУҒАН ТӨЙӘКТЕ ӨЙРӘНЕҮ» МУЗЕЙЫНДАҒЫ
МАТЕРИАЛДАР
ЗӘЙТҮНӘ АЙЫТБАЕВАНЫҢ ШӘХСИ АРХИВЫ
ИНТЕРНЕТ РЕСУРСТАР
HTTPS://VETERAN1945.JIMDOFREE.COM/
HTTPS://PAMYAT-NARODA.SU/AWARDS/39323496