Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында

Содержание

Слайд 2

Эх, олатайым әгәр иҫән булһа, Ошо көндә түрҙә булыр ине, Күкрәктәре – орден-миҙал менән, Ә

Эх, олатайым әгәр иҫән булһа, Ошо көндә түрҙә булыр ине, Күкрәктәре –
күҙҙәре йәшкә тулыр ине. Ҙур ихтирам менән оло-кесе Иҫәнләшер ине башын эйеп, Йәнәшәлә мин дә булыр инем, Ғорурлыҡтан башты күккә сөйөп. Ул яулаған еңеү өсөн бөгөн Рәхмәт әйтер инек мул итеп, Ошо бер көн өсөн түләр инем Үҙ ғүмерем менән йыл итеп... Ниндәй байрам бөгөн, туғандарым! Күҙ йәштәрем, әйҙә, түгелһен... Оло хөрмәт һиңә булыр ине!!! Эх, йәл, олатай, иҫән түгелһең...

Слайд 3

Кинйәкәев Йәмилха Мөхәмәҙиә улы

Кинйәкәев Йәмилха Мөхәмәҙиә улы

Слайд 4

Йәмилха олатайым Бөрйән районы Яуымбай ауылында, 1919 йылдың 15 апрелендә, Мөхәмәҙиә

Йәмилха олатайым Бөрйән районы Яуымбай ауылында, 1919 йылдың 15 апрелендә, Мөхәмәҙиә һәм
һәм Садиҡа Кинйәкәевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Уның бала сағы һуғыш һәм аслыҡ йылдарына тура килә, бәхет тә тиҙ генә йылмаймай. Ике генә йәшендә ҡаты ауырыуҙан әсәһе үлеп ҡала. Ике баланы тәрбиәләү Мөхәмәҙиә олатайыма еңел булмағандыр, Мәрйенбикә өләсәйгә өйләнә. Ғаиләлә тағы 3 бала тыуа.

Слайд 5

1939 йылда әрме сафына алына. Күп һалдаттар менән Стәрлетамаҡтан поезда Алыҫ Көнсығышҡа,

1939 йылда әрме сафына алына. Күп һалдаттар менән Стәрлетамаҡтан поезда Алыҫ Көнсығышҡа,
илебеҙҙең сиктәрен һаҡларға ҡуҙғалалар. Аҙна-ун көн барғандан һуң, Приморье крайындағы тәғәйен урынға барып етәләр. Һалдаттар казарамаларҙа түгел, алдан әҙерләнгән ҡыуыштарҙа, урман эстәрендә йәшәйҙәр. Олатайым хеҙмәт иткән дивизияла 725 баш ат була. Хәҙерге автомашина башҡарған бар эштәр уларға йөкмәтелгән. 

Слайд 6

Һуғыш башланғас, олатайым хеҙмәт иткән дивизияны ла тотошлайы менән тип әйтерлек Көнбайышҡа

Һуғыш башланғас, олатайым хеҙмәт иткән дивизияны ла тотошлайы менән тип әйтерлек Көнбайышҡа
оҙаталар. Аттарҙы ҡарау өсөн 25-ләп кенә кеше тороп ҡала. Взвод командиры сержант Кинйәкәев үҙемдекеләрҙән ҡалмайым тиһә лә, приказ ҡаты була: «Бында ла фронт, ана япондар көн һайын тиерлек сикте боҙоп тора. Ә фронт өсөн ҙур роль уйнаған аттар һинең яуаплығыңда ҡала».

Слайд 7

Япония менән һуғыш ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, берәгәй була…

Япония менән һуғыш ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауам итһә лә, берәгәй була…

Слайд 8

Бер көндө бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ башында урынлашҡан япон снайперы блиндаждан сыҡҡан

Бер көндө бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ башында урынлашҡан япон снайперы блиндаждан сыҡҡан һәр
һәр бер һалдатты теге донъяға оҙата башлай. Кинйәкәевҡа снайперҙы табып, юҡ итеү заданиеһы бирелә.

Слайд 9

Ошонда күрһәткән ҡыйыулығы, тәүәкәллеге өсөн сержант Кинйәкәев "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградалана

Ошонда күрһәткән ҡыйыулығы, тәүәкәллеге өсөн сержант Кинйәкәев "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградалана
һәм тағы ла II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

Слайд 10

Һуғыш тамамланып, ете йыл сит-яттарҙа йөрөгәндән һуң ғына, 1946 йылдың май айында

Һуғыш тамамланып, ете йыл сит-яттарҙа йөрөгәндән һуң ғына, 1946 йылдың май айында
олатайым тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Колхозда бригадир, ферма мөдире вазифаларын башҡара.

Слайд 11

Олатайым өләсәйҙән дә уңа. Ҡыпсаҡ һылыуы Әминә өләсәйем менән 1946 йылдың июнь

Олатайым өләсәйҙән дә уңа. Ҡыпсаҡ һылыуы Әминә өләсәйем менән 1946 йылдың июнь
айында татыу ғаилә ҡороп, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, лайыҡлы тормош юлына баҫтыралар.

Слайд 12

Йыл һайын маҡтау ҡағыҙҙары, премия, почет грамоталары менән бүләкләнә. Ә 1974 йылда

Йыл һайын маҡтау ҡағыҙҙары, премия, почет грамоталары менән бүләкләнә. Ә 1974 йылда
«Район чемпионы», 1966 йыл «Коммунистик хеҙмәт ударнигы», 1980 йылдың 30 апрелендә «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы», «Социалистик ярышта» еңеүсе тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. 1983 йылда олатайымдың фотоһы Почет таҡтаһына ҡуйыла. 

Слайд 13

Батыр яугир, баҫалҡы, ярҙамсыл, эшһөйәр, абруйлы шәхес олатайым хәҙер беҙҙең арала юҡ

Батыр яугир, баҫалҡы, ярҙамсыл, эшһөйәр, абруйлы шәхес олатайым хәҙер беҙҙең арала юҡ
инде. Хөрмәтле олатайым! Мин һинең батырлығыңа һоҡланам, ғорурланам. Һинең түҙемлегеңә, сабырлығыңа баш эйәм!
Имя файла: Бөйөк-Ватан-һуғышы-минең-ғаиләм-тарихында.pptx
Количество просмотров: 44
Количество скачиваний: 0