тик үҙенсә генә
Баҫҡып йәки баҙрап яналыр ул
Яҙмыш усағының күмере
Мин Үҙәнбаева Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы.1986й 4ноябрендәБашҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Учалы районының,Яңы Байрамғол ауылында, ишле ғаиләлә,беренсе бала булып ошо яҡты донъяға ауаз һалғанмын.
Бейеү төйәгендә үҫкәнгәлерҙә инде,бала саҡтан халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте күңелемә бик яҡын булды.Мәктәп йылдарында ла төрлө сараларҙа бейеп үҫтем.7синыфта уҡығанымда мине «Ләйсән»халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырҙылар.Шул ваҡыттан алып,бөгөнгө көнгә тиклем Республикабыҙҙың данлыҡлы,Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған «Ләйсән»халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп йөрөйөм.
2004й.Уральск урта белем биреү мәктәбен уҡып бөткәс Халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен сит
илдәрҙә(Франция,Италия)ансамбль менән күрһәтергә форсат тейҙе.
Ошо уҡ йылды бер шикләнеүһеҙ күңелемә яҡын булған шөғөлөм буйынса Учалы сәнғәт
Училищеһына,бейеү бүлегенә уҡырға индем.
Студент йылдарында ла «Ләйсән»бейеү ансамбле менән икенсегә Италия иленә барып бейеп ҡайттыҡ.Ғөмүмән алып әйткәндә күп илдәрҙә сығыш яһарға,күрергә тура килде(Америка,Мексика,Австрия,Польша,Белоруссия,Казахстан)Шулай уҡ Илебеҙҙең
төрлө төбәктәрендә,Республикабыҙҙа йыш ҡына сығыштар яһап торабыҙ.