Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында
Эх, олатайым әгәр иҫән булһа,
Ошо көндә түрҙә булыр ине,
Күкрәктәре – орден-миҙал менән,
Ә күҙҙәре йәшкә тулыр ине.
Ҙур ихтирам менән оло-кесе
Иҫәнләшер ине башын эйеп,
Йәнәшәлә мин дә булыр инем,
Ғорурлыҡтан башты күккә сөйөп.
Ул яулаған еңеү өсөн бөгөн
Рәхмәт әйтер инек мул итеп,
Ошо бер көн өсөн түләр инем
Үҙ ғүмерем менән йыл итеп...
Ниндәй байрам бөгөн, туғандарым!
Күҙ йәштәрем, әйҙә, түгелһен...
Оло хөрмәт һиңә булыр ине!!!
Эх, йәл, олатай, иҫән түгелһең...
Кинйәкәев Йәмилха Мөхәмәҙиә улы