Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләм тарихында

Содержание

Слайд 2

Һуғыш... 1941-1945

Һуғыш... Миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен өҙгән, беҙҙең бөгөнгө бәхетле тормошобоҙ өсөн ҡан

Һуғыш... 1941-1945 Һуғыш... Миллионлаған кешеләрҙең ғүмерен өҙгән, беҙҙең бөгөнгө бәхетле тормошобоҙ өсөн
ҡойҙорған ҡәһәрле һуғыш. Яуыз дошманды еңгәнсе беҙҙең илебеҙгә йән аямай дүрт йыл һуғышырға, егерме миллондан ашыу кеше ғүмерен ҡорбан итергә тура килде. Гитлерсылар беҙҙең илебеҙгә генә лә 1710 ҡаланы һәм 70 меңдән артыҡ ауылды талап, ҡыйратып яндырып үттеләр... Ләкин кешелеккә үлем янаған фашизм үҙенең өңөнә ҡыуып алып барылып дөмөктөрөлдө, рейхстаг түбәһенә совет һалдаты ЕҢЕҮ байрағын ҡаҙаны.

Слайд 3

Беҙҙең райондан да күп кенә ир - егеттәребеҙ ҡулдарына ҡорал алып

Беҙҙең райондан да күп кенә ир - егеттәребеҙ ҡулдарына ҡорал алып илде
илде һаҡларға тип яуға оҙатыла. Шуныһы үкенесле, һуғыш йылдары беҙҙән йыраҡлашҡан һайын яу - ғәрәсәт күргән ветерандарыбыҙҙың сафы ла һирәгәйә бара. Ләкин уларҙың күрһәткән батырлыҡтары мәңге онотолмай - улар һаман иҫтә, ил, халыҡ хәтерендә.

Слайд 4

Ауылыбыҙ ғорурлығы

Тыуған ерем һәм азат ил өсөн, тыуасаҡ таң һәм матур көн

Ауылыбыҙ ғорурлығы Тыуған ерем һәм азат ил өсөн, тыуасаҡ таң һәм матур
өсөн, ҡорбан булған яугирҙарыбыҙҙың береһе ҡартатайым Хәйбуллин Хәмит Сабит улы хаҡында һөйләмәксемен.

Слайд 6

Хәмит олатай 1918 йылдың сатлама һыуыҡ ғинуар айында Исламбай ауылында урта

Хәмит олатай 1918 йылдың сатлама һыуыҡ ғинуар айында Исламбай ауылында урта хәлле
хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын күреп, яҙмыш һынауҙарында сынығып, етемлек, ғазаптарына кисереп үҫә. «Киров» колхозында малсылыҡта эшләй. Ағас ҡырҡа, мал аҙығы әҙерләй. Сәғиҙә өләсәйем һөйләгән иҫтәлек – хәтирәләрҙән иҫләүенсә, өләсәй менән олатайыҙың бала саҡ йылдары бергә үтә. Инде буй еткереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыҡ тигәндә, фашист илбаҫарҙары илебеҙгә баҫып инә.
Олатайҙың иңенә 1940 -1945 йылдарҙа ауыр һәм яуаплы хеҙмәт – үҙ Ватанын һаҡлау бурысы төшә.

Слайд 7

1945 йылдың апрель айы. Совет ғәскәрҙәре фашист илбаҫарҙарын Германияға табан ҡыуа.

1945 йылдың апрель айы. Совет ғәскәрҙәре фашист илбаҫарҙарын Германияға табан ҡыуа. 70-се
70-се армияның 96-сы уҡсылар корпусын сираттағы ҡаты алыш көтә: уларға Висла йылғаһының теге яҡ ярын дошмандарҙан азат итеү бурысы йөкмәтелә. Йылға аша сығыу бөтөнләй мөмкин түгел, дошмандар, бар көсөн һалып, оборона тота. Һалдаттарға һыуға төшөү менән берәм-берәм ҡырыла. Висла йылғаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡан төҫөнә мансыла. Һыуға ямғыр кеүек пуля яуа. Башты күтәреп ҡарарлыҡ та мөмкинселек юҡ.

Слайд 8

Разведчик олатайым беренселәрҙән булып һыуға ташлана. Дуҫтарының хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәләрен ҡүреп

Разведчик олатайым беренселәрҙән булып һыуға ташлана. Дуҫтарының хәрәкәтһеҙ ҡалған кәүҙәләрен ҡүреп бер
бер аҙ ҡаушап ҡала, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алып, алға ынтыла. Йылғаның уртаһына еттем тигәндә, көслө шартлау яңғырай. Олатайҙың уң яҡ ҡулына һәм ҡабырғаһына йәҙрә ярсығы тейә. Хәле тамам бөтөп, күҙ алды ҡараңғылана башлағас ҡына, ул аяғының ергә тейеуен тоя һәм һуңғы көсөн йыйып, ярға сыға...

Слайд 9

Был ҡанлы алышта уларҙың разведка төркөмөнән ни бары 6 кеше генә

Был ҡанлы алышта уларҙың разведка төркөмөнән ни бары 6 кеше генә тере
тере ҡала. Шулай итеп, күп юғалтыуҙар менән егеттәр ҡуйылған бурысты үтәй. Висла йылғаһының аръяғы фашистарҙан таҙартыла. Ауыр йәрәхәтләнгән олатайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Германияға тиклем бара алмай. Ҡаты яраланған олатайҙы госпиталгә оҙаталар. Госпителдә аңына килә алмай көндәр буйы хәрәкәтһеҙ ятҡан олатайҙы шәфҡәт туташтары «Был кешегә барыбер йән кермәҫ» тип, мәйеттәр янына сығарып һалалар һәм яугир хаҡын да бөтөнләй оноталар.

Слайд 10

Күпмелер ваҡыт үткәс, иҫенә килгән олатай үҙенең ҡайҙа ятҡанлығын аңламай. Ул

Күпмелер ваҡыт үткәс, иҫенә килгән олатай үҙенең ҡайҙа ятҡанлығын аңламай. Ул бер
бер ҡулы ярҙамында шыуышып йөрөй торғас, ишек асылып китә һәм бүлмәгә һүрән генә яҡтылыҡ тарала. Үлеләр бүлмәһенән шыуышып сығып килгән һалдатты күреп шәфҡәт туташтары шаҡ ҡаталар. Шулай ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә ул бер тапҡыр үлеп терелә. Госпиталдә алты ай буйы дауаланғандан һуң, һыңар ҡулы зәғиф килеш, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта.

Слайд 11

1940 йылда уҡ хеҙмәткә алынып, инде 6 йылдан һуң тыуған яғына

1940 йылда уҡ хеҙмәткә алынып, инде 6 йылдан һуң тыуған яғына әйләнеп
әйләнеп ҡайтҡан олатайым, бер ҡулы йөрөмәһә лә, ҡайтыу менән баштан-аяҡ эшкә сума, колхозды күтәреүҙә ҡатнаша.

Слайд 12

Ут-һыуҙарҙы үтеп, ауыр тән яралары алып, үҙенең Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ

Ут-һыуҙарҙы үтеп, ауыр тән яралары алып, үҙенең Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ
менән үтәгән Хәмит олатайым 1986 йылда 66 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша.

Слайд 13

...Ҡаршы яҡ ярға беренселәрҙән булып сыҡҡаны һәм ҡаһарман батырлығы өсөн, 70-се армия

...Ҡаршы яҡ ярға беренселәрҙән булып сыҡҡаны һәм ҡаһарман батырлығы өсөн, 70-се армия
командующийы, Хәмит олатайымды Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итә. Ләкин билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, был исем тапшырылған урыҫ егеттәре араһында олатайымдың исеме булмай сыға... Ә башҡорт һалдаты олатайыма ордендар ғына эләгә. Хәйер, “эләгә” тиеү ҙә дөрөҫ үҡ тугел, сөнки был наградалар олатайыма бөтөнләй бирелмәй ҡала....

Слайд 14

Ә... 2001 йылдың 9 май байрамы алдынан Бөрйән районы Исламбай ауылында

Ә... 2001 йылдың 9 май байрамы алдынан Бөрйән районы Исламбай ауылында йәшәүсе
йәшәүсе хеҙмәт ветераны Сәғиҙә өләсәйемә райондың хәрби комиссариатынан: «Һеҙҙең иптәшегеҙ Хәйбуллин Хәмит Сабит улы 1945 йылда күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ һәм 2-се дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы» ордендары менән бүләкләнгән, шуларҙы килеп алығыҙ!» - тигән саҡырыу хаты килеп төшә.

Слайд 15

Иле, халҡы алдында үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән олатайымдың үҙ хеҙмәте

Иле, халҡы алдында үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән олатайымдың үҙ хеҙмәте өсөн
өсөн баһаһын күрмәйенсә был донъянан китеп барыуы, бер түгел ике орденын үҙ ҡулдары менән күкрәгенә тағып тыуған ауылы урамынан бер уҙа алмауы бигерәк үкенес...

Слайд 16

Олатайымдың миҙалдары

Олатайымдың миҙалдары

Слайд 17

Олатайымдың ордендары: II дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы»

Олатайымдың ордендары: II дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы»

Слайд 18

«Ҡыҙыл Байраҡ» ордены

«Ҡыҙыл Байраҡ» ордены

Слайд 20

Сталиндан алған «Рәхмәт» ҡағыҙы

Сталиндан алған «Рәхмәт» ҡағыҙы

Слайд 21

Олатайым, өләсәй һәм балалары менән

Олатайым, өләсәй һәм балалары менән

Слайд 22

Тыуған ер, азат ил өсөн ҡорбан булған олатайымдың исемен мәңгеләштереп, ауылдаштары

Тыуған ер, азат ил өсөн ҡорбан булған олатайымдың исемен мәңгеләштереп, ауылдаштары Исламбай
Исламбай ауылының бер урамын олатайымдың исеме менән йөрөтәләр.

Слайд 23

Хөрмәтле яугирҙәребеҙ, Һеҙ күрһәткән батырлыҡтар бер ваҡытта ла онотолмаҫ, Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ алдында

Хөрмәтле яугирҙәребеҙ, Һеҙ күрһәткән батырлыҡтар бер ваҡытта ла онотолмаҫ, Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ алдында баш эйәбеҙ!
баш эйәбеҙ!
Имя файла: Бөйөк-Ватан-һуғышы-минең-ғаиләм-тарихында.pptx
Количество просмотров: 41
Количество скачиваний: 0