Слайд 2Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы (2 ғинуар 1908 йыл — 24 август 1996 йыл) — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1949 йылдан СССР
Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1990), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968), өс «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1968, 1976) кавалеры.
Слайд 4Беренсе яҙған хикәйәһе 1930 йылда "Гөрләүектәр араһында"исеме менән "Октябрь" журналында сығарыла. 1942
йылда "Партизан малай" повесын баҫтыра. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Слайд 5Зәйнәб Биишева беренсе Президент Мортаза Рәхимов менән
Слайд 6Хәтер
2016 йылдың 14 октябрендә Өфөлә Октябрь проспектындағы аллеяла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб
Биишеваға һәйкәл асылды[2].
1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан «Зәйнәб Биишева», 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына ҡарата «Беҙҙең Зәйнәб» исемле документаль фильмдар төшөрөлә (режиссер, сценарий авторы Ә. Абдразаҡов).