Слайд 2
Тереклек итеүҙең төп сығанағы булып туҡланыу
тора.Башҡорт халҡы борон-борондан аш-һыуға ныҡ

иғтибарлы булған, уны бөхтә, талапсан, үҙенә генә хас
оҫталыҡ менән әҙерләгән.Тәбиғәт тарафынан бирелгән
һәр мөмкинлекте файҙалана белгән ғәзиз халҡым.
Слайд 3Башҡорт милли аштары
Башҡорт милли аштары үҙенең
төрлөлөгө менән айырылып тора.
Башҡорттарҙа ҡамыр аштары

ла, һөт һәм
иттән әҙерләнгән аштар ҙа урын алған.
Слайд 4Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк һәм ҡымыҙ менән
ҡаршылау ҙа башҡорттарҙа борондан

килгән йола.
Слайд 5Башҡорт
балы
Башҡорт балы үҙенең
һәйбәт сифаттары менән
бөтә ер йөҙөндә дан тота.

Слайд 6Башҡорт ҡымыҙы
Башҡорт халҡы борон
замандарҙа уҡ йылҡы
аҫраған, бейә һөтөнән
ҡымыҙ эшләгән.
Ҡымыҙ –

файҙалы
эсемлек.Ул һыуһынды
ҡандыра, үпкә
ауырыуҙарын дауалай.
Слайд 7Һөттән яһалған аҙыҡтар
Милли аш-һыу башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы
нигеҙендә барлыҡҡа
килә.Һөт һәм

һөттән
яһалған ризыҡтар
мөһим аҙыҡ булған.
Слайд 8 Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май
яһағандар.Ҡышҡылыҡҡа сейәмайлағандар.
Айыртылған һөттән ҡатыҡ ойотҡандар.Ҡатыҡтан йәй

көндәрендә айран яһап эскәндәр.Ул һыуһынды ҡандыра.
Слайд 9Ҡорот
Ҡатыҡты ҡайнатып, ҡорот эшләгәндәр һәм
һурпаны ҡоротлап эскәндәр.Ҡоротто ҡышҡылыҡҡа
киптереп алып ҡалғандар,

сөнки ул бик файҙалы.
Слайд 10Итле ризыҡтар.Ҡаҙылыҡ.
Башҡорттарҙың милли
аш-һыуында итле ризыҡтар
ҙур урын тотҡан. Иттән
тултырма,

ҡаҙылыҡ эшләгәндәр.
Ҡаҙылыҡ йылҡы
малының ас эсәгенән яртылаш
ит, яртылаш ҡаҙы майы
тултырылып эшләнә.
Слайд 11Бишбармаҡ
Бишбармаҡ, ғәҙәттә,
һарыҡ итенән бешерәләр.
Итте эре киҫәкләп
бешерәләр һәм һурпаһында
һалма ҡайнаталар.
Тәүҙә табынға

һалма менән
ит, ә аҙаҡтан ҡоротло
һурпа бирәләр.
Слайд 12Ҡуллама
Дүрткел итеп ҡырҡылған
эре һалма, һимеҙ ит
һәм картуф менән һәр
кешегә

айырым бирелә.
Ә һурпаһы, ҡорот, һуған
ҡушылып, кәсәлә йә
туҫтаҡта тәҡдим ителә.
Слайд 13Ҡамыр аштары
Башҡорт милли-аш һыуҙары араһында ҡамыр аштары үҙенең төрлөлөгө менән айырыла.Улар

араһында көл икмәге,әсе икмәк, көлсә, бауырһаҡ,ҡыҫтыбый, ҡош теле, ләүәш, ваҡ бәлеш һәм башҡалар.
Слайд 14Ҡыҫтыбый
Был аш төрө өсөн иң
тәүҙә ҡамыр баҫып
ҡоймаҡ бешерәләр.
Һуңынан эслеге

өсөн
тары бутҡаһы йә булмаһа
картуфты бешереп
иҙәләр.Эслеген һалғас,
ҡоймаҡтарҙы тағы ла
майлайҙар.
Слайд 15Ваҡ бәлештәр
Сөсө ҡамырҙы
тышлыҡ итеп, эсенә ваҡ
итеп туралған картуф
менән ит һалалар

һәм
мейестә бешерәләр.
Слайд 16Бауырһаҡ
Башҡорт халҡы
элек-электән ҡунаҡсыл халыҡ булған.
Уныҡ һый түрен һәр
ваҡыт бауырһаҡ
биҙәп торған.

Слайд 17Ҡош теле, урама
Ҡош теле лә, урама ла
ҡунаҡ ашы һаналған.

Слайд 18 Башҡорт тирмәһендә аш-һыу мөйөшө
