Айыҡ ауыл
Мәҫкәү ауылының тарихы.
Мәҫкәү ауылы йәмле Яйыҡ йылғаһының буйында урынлашҡан. Ул картала Башҡортостан республикаһының Силәбе өлкәһе менән сигенә тура килә. Әммә урындағы халыҡ быуаттар буйы үҙ телен боҙмай, ғөрөф-ғәҙәтен онотмай, боронғолар аманатына тап төшөрмәй йәшәй.
Тарихҡа күҙ ташлайыҡ.
1795 йылда уның иҫәбендә 46 хужалыҡта 285 халыҡ булған.Ә күпмелер тиҫтә ваҡыттан һуң X ревизия күрһәткестәре буйынса 132 хужалыҡта 550 кеше йәшәгән, тигән мәғлүмәт бар. 1920 йылда 143 хужалыҡта 648 кеше йәшәгән . XIX быуаттың урталарында Тиләү олоҫонда икенсе Мәҫкәү ауылы килеп сыҡҡан уның иҫәбенә 20 хужалыҡ һәм 94 халыҡ инә. Ауыл Мәмбәтҡолов Мәҫкәү байҙың исемен йөрөтә. Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда, баш күтәреүселәрҙең батша ғәскәрҙәре менән бәрелеше тап Мәҫкәү ауылы ерҙәренә тура килә. 1774 йылдың 28 февраленән коменданттың һөйләүе буйынса шулар билдәле :Видно, что каратели «показанную же Москову деревню всю выжгли, где их жен и детей немало сгорело, а их самих злодеев, напавших на них сот до шести, ис коих человек до 50 побили, и до самой крепости от них, башкирцев, весьма сильное нападение чинено было… И по сожжении помянутой Московой деревни, разбитьи их … башкирцев, жен и детей, команда обратно в крепость (Верхнеуральскую) прибыла благополучно
Бына шундай дәһшәтле ваҡиғаларҙың тере шаһиты, ҡорбаны булырға тура килгән Мәҫкәү халҡына. Әммә ата-бабаларҙың
төйәге бөгөнгө көндәргәсә урындағы халыҡ өсөн йәндәй күргән аҫыл аманат булып һаҡлана ..