Слайд 2Маҡсат. Һүҙҙәрҙә билдәләнгән өндәрҙе табырға , өндөң урынын билдәләргә, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә
өйрәтеү.Хәрефтәр менән таныштырыу. Фонематик ишетеү һәләтен, хәтерҙе үҫтереү, телмәрҙә башҡорт өндәренең әйтелешен камиллаштырыу.
Слайд 3Уйынды бер бала, (төркөмсә,төркөм) менән уйнарға мөмкин. Карточкаларҙа башҡорт өндәре булған һүҙҙәрҙең
һүрәттәре бирелгән.Уйын алдынан, бала 1 карта ала (мәҫәлән, ҡ өнө), һүҙҙәрҙе атап сыға(бала һурәтте атай алмаған саҡта, педагог(ата - әсәләр) ярҙам итә).
Слайд 41-се вариант. Һүҙҙәрҙе ата, картала билдәләнгән өн булмаһа, төҫлө бәләкәй карточканы һүрәт
өҫтөнә һал (Бала карточканы тырма, һ.б һүрәттәр өҫтөнә һала, сөнки был һүҙҙә ҡ өнө юҡ)
Слайд 52-се вариант. Һүҙҙә нисә ижек?
Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүл, нисә ижек булыуына ҡарап,һандарҙы
һүрәт өҫтөнә һал.
Слайд 63-сө вариант «Өндөң урынын тап» (һүҙ башында, уртаһында, аҙағында. Мәҫәлән, ҡалаҡ һүҙендә,
ҡ өнө һүҙҙең башында һәм аҙағында ишетелә
Слайд 74 – се вариант. Был вариант, бала хәрефтәрҙе таный башлағас үткәрелә. Һүрәттәге
һүҙҙең беренсе өнөн ата, һүрәт өҫтөнә тап килгән хәрефте һал
Слайд 8Тауыш өҫтөндә эш.
Педагог смайл төшөрөлгән һүрәттәрҙе һала , бала (әкрен тауыш, көслө
тауыш) менән һүҙҙәрҙе әйтә.
Слайд 96 – сы вариант.Картаның өҫкө (уртансы, аҫҡы) рәтендә урынлашҡан 5 һүрәтте ҡарау,
хәтерҙә ҡалдырыу. Һүрәттәргә ҡарамай, хәтерҙән әйтеп биреү.